Быйыл ғинуарҙа, былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, авариялар һаны 33 процентҡа артҡан. Өфөлә 154 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда 199 кеше йәрәхәтләнгән.
37 авария – йәйәүлеләрҙе тапатыу осраҡтары, уларҙың 18-ендә йәйәүлеләрҙе үткәүелдә төкөткәндәр.
“Уҙған айҙа ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре баш ҡалала йәйәүлеләргә юл бирмәгән 634 водителде һәм юлды ҡулайлаштырылмаған ерҙә сыҡҡан 272 йәйәүлене административ яуаплылыҡҡа тарттырған. Тағы 12 йәйәүле менән һөйләшеү үткәргәндәр – улар мәктәп уҡыусылары”, – тинеләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Өфө ҡалаһы хакимиәте ЮХХДИ менән берлектә 11 февралдән “Хәүефһеҙ юл” акцияһын башлай. Унда инспекторҙар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәүҙе пропагандалаясаҡ һәм юлдарҙа балаларҙың имгәнеүен иҫкәртәсәк.