Һөнәри йүнәлеш алыу мөһим11.02.2019
Шаран ауылының 1-се мәктәбендә сығарылыш класс уҡыусылары район хакимиәте вәкилдәре, урындағы эшҡыуарҙар менән осрашты.

Сарының маҡсаты – йәш быуын вәкилдәрен урында тауарҙар етештереүсе предприятиелар менән таныштырыу, балаларға киләсәккә һөнәри йүнәлеш биреү ине.

Шаран ерендә ит ярымфабрикаттары, колбаса изделиелары, икмәк һәм икмәк продукцияһы, балыҡ, емеш-еләк, һөт тауарҙары, үҫемлек майы, ҡымыҙ һәм башҡа төрлө ризыҡтар етештерелә, республиканың төрлө ҡала-райондарына, күрше төбәктәргә лә һатыуға сығарыла.

Шаран керамика комбинаты һәм шәхси эшҡыуарҙар төҙөлөш тармағын кирбес, блок продукцияһы, пилорама материалдары менән тәьмин итә, йомшаҡ һәм корпус мебеле етештерелә.

Эшҡыуарҙар уҡыусылар менән йәнле әңгәмә ҡорҙо, һорауҙарға яуап бирҙе.



Вернуться назад