Йомағужа яңы талаптар ҡуя11.02.2019
Күгәрсен районының Йомағужа ауыл Советы биләмәһендә үткәрелгән күсмә кәңәшмәлә район хакимиәте, учреждение етәкселәре социаль объекттарҙың эше менән танышҡан.

Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев Йомағужа, Хлебодаровка һәм Александровка ауылдары өсөн шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итеү ҙә ойошторған. Былтыр ошо ауыл советы биләмәһендә байтаҡ эш башҡарылған, ләкин эшләйһе саралар ҙа байтаҡ: парк ерен төҙөкләндереү, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға мемориалды яңынан төҙөү, урамдарға асфальт һалыу һәм башҡалар кәрәк.



Вернуться назад