Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың башланғысы менән ҡала һәм ҡасабаларҙа күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау эше йәнләнә, унан Федоровка районы ла ситтә ҡалмаҫҡа йыйына.
Районда подъездары тәртипкә килтереләсәк торлаҡ йорттарҙың исемлеге төҙөлгән дә инде. Тәҙрә һәм ишектәр заманса яһалған, йылыны яҡшыраҡ һаҡлай алырлыҡ булғандарына алмаштырыласаҡ, күп урында стенаны һылау, иҙәндәрҙе алмаштырыу һәм башҡалар планлаштырылған. Был эште биш йыл эсендә тамамларға ниәтләйҙәр.