Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы менән ауырығандар арта. Мәҫәлән, 8 февралгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, Өфөлә сирләү сәбәпле мәктәпкә 12 626 уҡыусы килмәгән, был дөйөм һандың 10,7 процентын тәшкил итә.Баш ҡала хакимиәте сайтында хәбәр ителеүенсә, ауырығандарҙың күплегенә бәйле 3-сө мәктәп-интернаттың, 103-сө, 107-се, 132-се мәктәптәрҙең бер нисә класында белем биреү процесы ваҡытлыса туҡтатылған. Ә 123-сө лицейҙа 11 – 16 февралдә уҡытыу эше бөтөнләй алып барылмаясаҡ, сөнки сирләгәндәр һаны 20 проценттан үтеп киткән.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы 4 – 18 февралдә грипп һәм киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы ауырыуҙарын иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линия” үткәрә. Унда иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем шылтыратырға мөмкин. Телефоны – 8-800-700-90-30.