Социаль селтәрҙә Өфөнән Әлфиә Мәмбәтова 117-се мәктәптең бер класында һыуыҡ булыуына зарланды.“Ул мөйөштә урынлашҡан. Ҡыш класта һалҡын. Йыйылыҡ вентиляторын эшләтергә тура килә. Стенаны йылытырға кәрәк. Кемгә мөрәжәғәт итергә?” – тип яҙҙы ул.
Хатҡа Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов яуап бирҙе:“Быйыл 19 ғинуарҙа 117-се мәктәп етәкселәре кластарҙағы температура режимын тикшерҙе. 301-се кабинетта 20 градус йылы күрһәткән, тимәк санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләргә тап килә.
Хеҙмәтләндереү ойошмаһы белгестәре өҫтәмә сара үткәрҙе: батареяларҙың һәм стеналарҙың температураһын үлсәне – ул нормаға ярашлы. Тышта ҡапыл һалҡынайтҡанда уҡыу уңайлыраҡ булһын өсөн, класҡа ике йылытҡыс ҡуйҙыҡ. Йылы көндәрҙә уларҙы һүндереп торорға мөмкин.
Йәнә 20 февралгә тиклем стенаны йылытырға, гипсокартон менән көпләргә ҡарар иттек. Яңы йылытыу миҙгеленә кабинеттағы торбалар алмаштырыласаҡ”.