Салауат ҡалаһында ошо ерҙән локаль һуғыштарҙа ҡатнашҡан ир-егеттәргә һәйкәл асылды. Ул “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә һәләк булғандарҙың хәтер диуары янында урынлашҡан.Һәйкәл ҡуйыу эшен Салауат ҡалаһы Советы депутаты, тренер Сергей Данилов башлаған, спонсор – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Газпром нефтехим Салауат” йәмғиәте генераль директоры Айрат Кәримов. Гранит һәйкәлде һалыусы оҫта – Артем Будаков.