"Миловка паркы"на юл асыла10.02.2019
“Миловка паркы” тиҙ төҙөлөп бөтәсәк, тип иҫәпләй алданған өлөшсөләр, юристар һәм инвесторҙар.

Ни өсөн тигәндә, Башҡортостандың Арбитраж судында төҙөүсе компанияны күҙәтеү процедураһы индерергә ҡарар ителгән. Алданған өлөшсөләр вәкиле Зөлфиә Ғайсина һүҙҙәренсә, бурыслының барлыҡ расчет иҫәптәре кире асылып, улар штат режимында эшен дауам итә ала.

Билдәле булыуынса, “Төҙөлөш сәғәте” тәртибендә үткәрелгән кәңәшмәләрҙең береһендә, эштең күләмен, башҡарып сығыу ваҡытын, финанслау сығанаҡтарын иҫәпкә алып, “Миловка паркы” торлаҡ комплексы буйынса юл картаһы раҫланды. Күҙалланыуынса, өс йорт (5.3, 5.4, 5.5) июнгә әҙер булырға тейеш.

Ғөмүмән, төп эштәрҙе быйыл тамамлау ҡарала. Яңы Булғаҡтағы алданған өлөшсөләрҙең проблемаһы ла ошо схема буйынса хәл ителәсәк.


Вернуться назад