Ҡаһарман рухы – мәңге күңелдә10.02.2019
Олуғ шәхес, Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Кусимовтың тыуыуына – 110 йыл. Ошо уңайҙан Өфөлә 13 февралдә Хәтер кисәһе үтә.

Сара Актерҙар йортонда киске сәғәт 6-ла башлана. Программала – Таһир Кусимов исемендәге музей экспонаттары, шулай уҡ милли ризыҡ һәм биҙәүестәр күргәҙмәләре; ижади коллективтар, Әбйәлил районы таланттары концерты.

Юбилей айҡанлы төбәгебеҙҙә тағы бер нисә сара үтә. Мәҫәлән, Әбйәлилдең Асҡар ауылындағы гимназияла Таһир Кусимов исемендәге музей асыласаҡ. Ә 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында “Кусимов уҡыуҙары” республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ойошторола. Унда уҡыусыларҙың шәхескә арналған тикшеренеү, ижади эштәре күрһәтеләсәк.


Вернуться назад