Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың09.02.2019
Кеше ерҙәге тормошто матурлау өсөн яралтылған. Шуға ла һәр көндөң ҡәҙерен белеп, ваҡытты бушҡа әрәм итмәй, бөгөн башҡараһы эште иртәгәгә ҡалдырмаҫҡа тырышып йәшәһәк ине. Хәйерле төн!

(Ошоға бәйле бер хикмәт тәҡдим итәбеҙ).


Бер мәл уҡыусы остазынан һораған:

– Зинһар өсөн әйтһәгеҙсе: яңы эш башлау өсөн аҙнаның ҡайһы көнө иң уңышлыһы икән?

Уҡытыусы бер аҙ уйланып торған да мут йылмайып яуаплаған:

– Шаршамбы...

Уҡыусылар йәһәт кенә дәфтәрен асып, әйтеләсәк һүҙҙәрҙе яҙып алырға әҙерләнгән. Араларында тик берәү генә ҡуҙғалмай ултыра, ти.

– Ә һин ниңә ҡулыңа ҡәләмеңде алмайһың? – тип аптырап һораған уҡытыусы.

– Артабан ни әйтерегеҙҙе белгәнгә...

– Ә ни тип дауам итәсәкмен һуң мин?

– Кесе йома, йома, шәмбе, йәкшәмбе... Уңыш аҙнаның көнөнә ҡарамай. Бөгөн тырышһаң, иртәгә ҡыуанырһың.

* Динебеҙ ҙә көндәрҙе “яҡшы” һәм “яман”ға бүлмәҫкә өйрәтә. Барыһы ла Аллаһ Тәғәлә ҡулында. “Әҙәм балаһы Раббыбыҙға һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зарлана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул”, – тиелә хәҙистәрҙең береһендә. Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән һүҙҙәрен онотмау зарур.


Вернуться назад