Күҙ алдында батҡан...09.02.2019
Өфөнөң Яр буйы урамынан алыҫ түгел ерҙә бер ир икенсе берәүҙең күҙ алдында боҙ аҫтына уйылып төшөп киткән.

Был хәлгә шаһит булған кеше тиҙ арала ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Улар килгән, ләкин бер ни ҙә таба алмаған.
“Шаһиттың әйтеүенсә, ир баҡсалар яғынан килгән. Кейеме үтәнән-үтә һыу булған, ошо сәбәпле шунда уҡ батҡан”, – тип хәбәр иттеләр Граждандарҙы һаҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәтенән.

Водолаздар батҡан кешенең кәүҙәһен оҙаҡ эҙләгән, әммә таба алмаған.

Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, ярҙа “Боҙға сығыу тыйыла!” тигән белдереү ҡуйылған. Тимәк, был участка хәүефле: ир уйылып төшөп киткән урында боҙҙоң ҡалынлығы ике сантиметр ғына булған. Ә ул үткән һуҡмаҡҡа һыу сығып ятҡан.


Вернуться назад