Блокаданы үткән өлкән кеше ниңә ундай шарттарҙа көн итә?09.02.2019
Социаль селтәрҙә Лиә Хафизова хәбәр итеүенсә, Иглин районының Күҙәкәй ауылында Валентина Николаевна исемле заманында блокада ауырлыҡтары кисергән өлкән йәштәге ҡатын насар шарттарҙа көн итә.

– Байрам менән ҡотлап торалар ул инәйҙе, – ти мәрхәмәтле замандашыбыҙ. – Ә бына йәшәү шарттарын яҡшыртыуға килгәндә инде... Валентина Николаевна күп фатирлы йортта көн итә. Тейешле ремонт үткәрелмәгәнлектән, өйҙөң стеналары күгәрә башлаған. Үтә зыянлы үңәҙ бәшмәгенән ҡотолоу өсөн фатирҙа штукатурканы тулыһынса алып, диуарҙы махсус иҙелмә менән эшкәртергә кәрәк.

Валентина Николаевнаның йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн өйгә капиталь ремонт яһау буйынса запрос яҙасаҡмын.


Мөрәжәғәткә Иглин районының Күҙәй ауыл биләмәһе башлығы Ирина Филиппова яуап бирҙе:

– Лиә, һеҙгә Валентина Николаевна кеүек өлкәндәрҙең тормошона битараф булмауығыҙ өсөн рәхмәт.
Ремонтҡа килгәндә, мөһим эштәрҙең күпмелер өлөшө башҡарылды тип әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, 2012 йылда адреслы программа буйынса йорттоң түбәһе капиталь ремонтланды, формаһы уңайлыға үҙгәртелде.

Ә стеналағы үңәҙ һәм еүешлек – йылы етмәүҙән. Шуның өсөн былтыр айырым программа буйынса Валентина Николаевнаның фатирына газ ҡорамалы ҡуйылды һәм йылылыҡ монтажы үткәрелде. Пенсионер һәм блокаданан яфа күргән кеше булараҡ, уға газ плитәһе һәм йылы һыу монтажы алыу өсөн матди ярҙам бүлеүгә ғариза яҙырға тәҡдим ителде. Былтыр 27 декабрҙә газ плитәһе алынды һәм ике көндән ҡуйылды. Әле йылы һыуҙы монтажлау бара.

Ремонтҡа әйләнеп ҡайтҡанда, еүешлек һәм үңәҙ сәбәпле бар эштәр бушҡа китә. Стенаның ныҡлап кипкәнен көтөргә кәрәк. Унан һуң санитар эшкәртеү үткәреп, косметик ремонт яһай аласаҡбыҙ. Был эштәр апрелгә планлаштырылған.


Вернуться назад