Һаулыҡ һаҡлау объекттарын концессияға тапшырыу мәсьәләһе халыҡ фекеренә таянып, асыҡ рәүештә хәл ителергә тейеш, тине “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк Башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров Нефтекамаға эш сәфәре барышында.Бында ул ҡатнашҡан йыйылышта күтәрелгән мәсьәләләрҙең береһе үҙәк клиник дауахананың аҙыҡ блогы һәм тире-венерологик диспансер биналарын концессияға тапшырыу ине. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттары буйынса, тәүге объект яңыртылырға, һөҙөмтәлә унда балаларға, шул иҫәптән өс йәшкә тиклемге сабыйҙарға сәләмәт туҡландырыу хеҙмәте күрһәтелергә тейеш.
Тире-венерологик диспансерҙы ла төҙөкләндереп, заманса бинала төбәктең барлыҡ төньяҡ-көнбайыш райондары халҡы өсөн бөтөн төр лаборатор хеҙмәттәр күрһәтеү ҡарала.
Ултырышта шулай уҡ Өфө дәүләт авиация техник университетының Нефтекамалағы филиалын ябыу, БДУ филиалында уҡыу урындарын ҡыҫҡартыу мәсьәләләре тикшерелде.