Ҡаҫмартыма мәңге рәхмәтлемен02.06.2012
Ҡаҫмартҡайым аға боролоп-боролоп,
Һыуын ҡоя мәшһүр Һаҡмарға.
Шифа һыуҙан ауыҙ итер өсөн
Һағынып ҡайтам тыуған яҡтарға.

Һыу буйына төшһәм, ҡаршы ала
Башын эйеп ғорур тирәктәр.
Ул тирәктәр бала сағымдан уҡ
Тамыр йәйгән минең йөрәктә.

Беҙ, малайҙар, ташҡын ҡайтмаҫ элек,
Шашып һыу инәбеҙ йылғала.
Бирешмәнек тештәр тешкә теймәй,
Тәндәр ҡына төҫлө булһа ла.

Йәйге селләләрҙә күк ятыуҙа
Кинәндек беҙ аттар йөҙҙөрөп.
Яр башында ағай ҡурай уйнай
Башҡорт көйҙәренә өҙҙөрөп.

Һуғыш йылдарында йомарт Ҡаҫмарт
Тоҡлап-тоҡлап бирҙе балыҡты.
Икмәк төҫөн-тәмен белмәһәк тә,
Һис тә ас итмәне халыҡты.

Талдан һөҙгөс яһап йылға гиҙҙек,
Һыуға сумдыҡ, ҡомда уйнаныҡ.
Ниндәй бәхетле мәл – был бала саҡ
Ваҡыт үткәнен дә тойманыҡ.

Һаман күҙ алдымда тора кеүек
Ҡаҫмарт буйындағы эҙҙәрем.
Бөгөн улар миңә ихлас сисә
Йәшлегемдең сихри серҙәрен.

Емеш-еләк менән һыйлар ине
Йылға буйындағы аҡландар.
Болон сәскәләре тәбрик итеп
Күҙҙәремә ҡарап баҡҡандар.

Баш осонда күк тирәктә кәкүк
Ғүмеремә өҫтәй йылдарҙы.
Күңелемде арбап ҡылын сиртә
Һары һандуғастың йырҙары.

Тирә-йүнгә хуш еҫтәрен бөркөп
Аҡ сәскәләр балҡый муйылда.
Ваз кисәмен, оло ләззәт алам
Тәбиғәттең изге ҡуй(ы)нында.

Күҙәтәмен, ҡояшҡайға ҡыҙынып,
Сабаҡтарҙың уйнап йөҙгәнен.
Иҫерҙем дә ошо мөғжизәнән,
Йырлап ебәрҙем мин, түҙмәнем.

Иртәнсәккәй тороп, ай, ҡараһам,
Ҡаҫмарт буйы ята күгәреп.
Шул яҡтарға ҡарап йырлайым мин
Тауышымды алыҫ ебәреп.

Ҡолағымда сыңлай “Ҡаҫмарт буйы”,
Сөләймәндең моңло тауышы.
Ошо йылға менән үрелгән бит
Барлыҡ тормошомдоң ағышы.

Ҡаҫмартыма рәхмәтлемен мәңге,
Үкенерлек түгел яҙмышым.

Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.


Вернуться назад