Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы ауыл советының элекке башлығы, вазифаһын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып, ялған бойороҡтар әҙерләүҙә ғәйепләнә.
2017 йылдың мартында был түрә үҙенең дуҫын урындағы хакимиәткә водитель итеп эшкә алыу тураһында ялған документтарға ҡул ҡуйған. Күрше ауылда йәшәгән «шофер» эшкә йөрөмәһә лә, уға ай һайын хеҙмәт хаҡы яҙыла барған.
Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, урындағы етәксенең енәйәтсел ҡылығы һөҙөмтәһендә дәүләт ҡаҙнаһына 150 мең һүмдан ашыу зыян килгән.