Бурыслы әҙәм «Тойота»һынан ҡолаҡ ҡаҡҡан08.02.2019
Өфөлә йәшәүсе 37 йәшлек ир-ат ЮХХДИ-ға түләмәгән штрафтары арҡаһында машинаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Етмәһә, ул транспорт һалымын да даими түләмәгән. Уның йәмғеһе 42 штрафы йыйылып киткән һәм 280 мең һумға еткән.

Суд приставы уның Toyota RAV4 автомобиле барлығын һәм ике йыл рәттән штрафтарҙы һанға һуҡмауын асыҡлаған.

Дәүләткә тос бурысы йыйылған әҙәм приставтар менән аралашыуҙан ҡасып йөрөгән, машинаһын да «йәшереп тотҡан». Транспорт сараһын эҙләү иғлан ителгәс, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре автомобилдең хәрәкәт маршрутын һәм урынын асыҡлаған. Һөҙөмтәлә кроссовер ҡулға алына һәм махсуслаштырылған автотуҡталҡаға оҙатыла.






Вернуться назад