Юлда тығын бармы? Хәбировҡа хәбәр итегеҙ!08.02.2019
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров өфөләргә юлдағы тығындарға ҡаршы бергәләп көрәшергә тәҡдим итте. Ул ниндәйҙер сәбәп арҡаһында хәрәкәт тотҡарланған урындар тураһында социаль селтәрҙә хәбәр итергә саҡырҙы.

Уның әйтеүенсә, тығындар йыш ҡына машиналар күп булыу, юл етмәү арҡаһында түгел, ә күп һанлы “контроллек итеүселәр”ҙең ялҡаулығы йәки ахмаҡлығы һөҙөмтәһендә тыуа.

Әйткәндәй, бөгөн иртән баш ҡала 10 баллы тығында торҙо. Сәбәбе – күпләп ҡар яуыу һәм тиҫтәләгән авария.




Вернуться назад