“Росстат” дөрөҫөн һөйләй...08.02.2019
2018 йылда Рәсәйҙә тәғәйенләнгән пенсиялар күләме 0,8 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә “Росстат”. Иҫәпләгәндә 2017 йылда пенсионерҙарға бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр иғтибарға алынмаған.

Әгәр ҙә был өҫтәмәне иҫәпкә алғанда, пенсияларҙың ысынбарлыҡтағы күләме унан алдағы йылға ҡарата 2,4 процентҡа кәмегән тигән һүҙ. Пенсияларҙың уртаса күләме әле 13,36 мең һум тәшкил итә.





Вернуться назад