Һаулыҡ һаҡлау министрлығы июль айынан онкология сирҙәренә дусар ауырыуҙарҙың регистры эшләй башлаясаҡ, тип белдерә.
Был башланғыс һәр пациентты диагноз ҡуйылғандан алып тамам һауыҡҡанға ҡәҙәр күҙәтергә мөмкинлек бирәсәк. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты тармаҡты үҫтереүҙең һигеҙ төрлө йүнәлешен билдәләгән. Шулар араһында тәүге медицина ярҙамын камиллаштырыу, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәрендә ярҙамды көсәйтеү ҙә ҡаралған. Проектты тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан 1,36 триллион һум аҡса бүленәсәк.