“А”-ға башлана”Бер нисә яҙыусы районға осрашыуға барырға була. Н. уларҙың башлығы итеп билдәләнә. Аэропортта кассаға етеүгә ул ҡайҙа барасағын онота ла ҡуя. Кассир ҡыҙҙың:
— Ҡайҙа? — тип һорауына ул:
— “А”- ға башлана, — тип яуаплай.
— Аҡъярғамы әллә?
— Эйе, эйе, Аҡъярға.
Гөжләтеп килеп төшә былар Аҡъярға. Әммә ни ғәләмәт: ҡаршы алыусы әҙәм заты юҡ. Райкомда ла, беҙгә был турала бер нәмә әйтмәнеләр, тиҙәр. Аптырағас, Өфөгә шылтыраталар. Трубканы ул ваҡыттағы Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Әсғәт Мирзаһитов ала.
— Нишләп улай булһын, унда бөтәһе лә һеҙҙе дүрт күҙ менән көтә, — ти ул.
— Юҡ бында бер кем!
— Әле һеҙ ҡайҙа һуң?
— Аҡъярҙа.
— Ахмаҡтар! — Трубканың теге осонда Мирзаһитовтың зәһәр тауышы ишетелә. — Һеҙҙе бит Асҡарҙа көтәләр.
“Мин ҡушҡанса эшләгәнһең”Бер журналдың баш мөхәррире шағир Дамир Шәрәфетдиновҡа:
— Ҡустым, повесыңды тағы ҡарап сыҡ, шул-шул урындарын ҡыҫҡарт, — тип кәңәш бирә.
Бер нисә көндән Дамир әҫәрен асып та ҡарамаған килеш кире килтерә. Ә иртәгәһенә мөхәррир уны осратып, маҡтарға керешмәһенме:
— Ҡустым, әҫәреңде ҡарап сыҡтым, маладис, тап мин ҡушҡанса эшләгәнһең! Киләһе һанға бирәбеҙ.
“Гонорары важны”Бер әҙип редакцияға килә лә:
— Эй, егеттәр, шунда минең берәй нәмә сыҡманымы? — тип һорай.
— Ағай, өйөгөҙгә гәзит килеп етмәнеме әллә?
— Алдырмайым бит.
— Нисек инде улай? Үҙегеҙҙең үлемһеҙ әҫәрҙәрегеҙ сыҡҡан һанын һаҡламайһығыҙмы ни?
— Эй, — тип ҡулын һелтәй сатирик, — минең өсөн уныһы ни важны.
— Ә нимәһе важны һуң?
— Гонорары.
“Һеҙ ниндәй бәхетле!”Бер райондың мәктәбендә осрашыу бара. Дамир Шәрәфетдинов һүҙ ала.
— Һеҙ, балалар, ниндәй бәхетле! Беҙ бәләкәй саҡта минең кеүек ҙур, тере шағирҙар менән осрашыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай торғайныҡ.
И. ЛОҠМАНОВ.