“Росстат” хәбәр итеүенсә, былтыр тыуым 5 проценттан ашыуға кәмегән.
Тыуым мең кешегә 10,9 тәшкил иткән, ә унан алдағы йылда был күрһәткес 1000 кешегә 11,5 ине. Шулай итеп, былтыр илдә 1 миллион 599 мең кеше донъяға килгән. Билдәле булыуынса, Төньяҡ Кавказда ла тыуым кәмей төшкән.
Әммә икенсе яҡшы хәбәр ҙә бар. Рәсәйҙә сабыйҙар үлеме кәмеүгә бара. Былтыр ул 1000 сабыйға 5,1-гә тиклем төшкән. Петербургта был күрһәткес 1000 сабыйға 3,6 осраҡ тәшкил итә.