Дәүләт Думаһы депутаттары тәүге уҡыуҙа Рәсәй Хөкүмәтенең “халыҡ инспекторҙары” тураһындағы закон проектын хуплаған.
Уға ярашлы, айырым юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яза тәғәйенләү протоколһыҙ башҡарыласаҡ. Һәр кем ҡағиҙә боҙоуҙарҙы мобиль телефонға төшөрөп, дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһына тапшырасаҡ.
“Халыҡ инспекторы” ярҙамында ҡағиҙәләрҙе даими боҙған водителдәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу планлаштырыла.