Башҡортостан технологиялар һәм идара итеү институтының Мәләүез филиалында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының хоҡуҡ ҡулланыу ғәмәле һөҙөмтәләре буйынса семинар үткәрелгән.
Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа ҡануни ҡағиҙәләрҙең йоғонтоло булыуына өлгәшеү юлдары өйрәнелгән. Семинарҙа урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиелары, урындағы үҙидара органдары, төрлө учреждениелар вәкилдәре ҡатнашҡан.