Өс кеше һәләк булған, етәүһе йәрәхәтләнгән08.02.2019
Федоровка районы биләмәһендә былтыр 95 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙың ете осрағында алты кеше йәрәхәтләнгән, өсәүһе һәләк булған.

Ошо осорҙа дәүләт автомобиль инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 4 100 гражданды административ яуаплылыҡҡа тарттырған, автомобилгә иҫерек килеш идара иткән 101 кешегә енәйәт эше ҡуҙғатылған, шуларҙың унауһы руль артына эскән килеш ҡабат ултырған булып сыҡҡан.



Вернуться назад