Йәш ғалимдарға – миллион һум!08.02.2019
Бөгөн Рәсәй фәне көнө уңайынан, йәш ғалимдарға Республика Башлығы гранттарын тапшырыу тантанаһы үтте.

Конкурсҡа 172 кеше заявка ебәргән, уларҙың 169-ы һайлап алынған. 100 эш — фән кандидаттарынан һәм 69 эш аспиранттарҙан килгән. Уларҙың күпселеге яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт комплексы, авиакосмос тармағы, машиналар эшләү, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм башҡа тармаҡтарҙы үҙ эсенә алған.

29 хеҙмәт еңеүсе тип табылды, 1-әр миллион һумлыҡ грант бирелде. Еңеүселәргә дипломдарҙы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев тапшырҙы.

– Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ беҙҙең республика өсөн бик кәрәк. Бар эштәр ҙә мөһим, кәрәкле. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырасаҡбыҙ. Алдынғы ҡарашлы йәш ғалимдар булыуы менән ғорурланабыҙ, – тине Константин Толкачев.


Вернуться назад