“Тупһа”ғыҙ ныҡ булһын08.02.2019
Тупһа – йорттоң көҙгөһө. Ошоға бәйле хикмәтте иҫкә төшөрәйек.

Улы Исмәғил өйләнгәс, Ибраһим ғәләйһис-сәләм уның хәлен белергә Мәккәгә килә. Йорт ишеген килене аса.

– Исмәғил ҡайҙа? – тип һорай Ибраһим ғәләйһис-сәләм.

– Ул беҙгә ризыҡ табырға китте, – тип яуаплай ҡатын.

– Ә нисегерәк йәшәп ятаһығыҙ һуң? – тип ҡыҙыҡһыныуын белдерә Ибраһим ғәләйһис-сәләм.

– Насар, бик насар, – тип һөйләй башлай килене. – Гел мохтажлыҡ кисерәбеҙ...

Ибраһим ғәләйһис-сәләм зарҙы тыңлап бөтә лә улына сәләм әйтергә һәм ишегенең тупһаһын алмаштырып ҡуйырға ҡушып ҡайтып китә.

Ире ҡайтҡас, ҡатыны уға барыһын да еткерә. Уныһы: “Тимәк, атайым килгән. Ул миңә һине айырырға ҡушҡан”, – ти ҙә кәләшен ҡайны-ҡәйнәһенә алып барып ҡалдыра...

Исмәғил икенсегә өйләнгәс, Ибраһим ғәләйһис-сәләм йәнә килә. Ишекте килене аса.
– Исмәғил ҡайҙа?

– Ул беҙгә ризыҡ табырға китте.

– Ә нисегерәк йәшәп ятаһығыҙ һуң?

– Шул ҡәҙәр һәйбәт. Барыһы ла бар, әл-хәмдү лил-ләһ!

Ибраһим ғәләйһис-сәләм улына сәләм әйтергә һәм ишегенең тупһаһын нығытып ҡуйырға ҡушып, ҡайтырға юллана. Ҡатыны иренә барыһын да еткерә. “Был кеше – атайым. Ул миңә һинең ме­нән араны нығытырға, бер ҡасан да айырылмаҫҡа ҡушҡан”, – тип белдерә ире, ҡыуанысын йәшерә алмайынса.


Вернуться назад