Һәр әҙәм балаһы донъяла үҙенең көсө еткәнде эшләй. Ә инде төрлө ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү – Аллаһ ҡулында.
Шуға ла Раббыбыҙға: “Изге ниәттәргә яҡынайыу юлын күрһәтһәңсе, рәхмәтеңдән ташламаһаңсы”, – тип доға ҡылып тороу зарур.
Көнсөллөк менән генә алға китеп булмай. “Был тойғо күңел күҙенең күрмәүе, Аллаһ биргән ниғмәттәрҙе һанға һуҡмау сәбәпле тыуа. Иманһыҙлыҡтың бер тармағы ул”, – тип өйрәткән мөьминдәр әмире Ғәли хәҙрәт.
Көнсөллөк кешене мин-минлеккә, дан артынан ҡыуыуға этәрә, һөҙөмтәлә бәндәнең зиһене зәғифләнә, рухына кәмселек килә. Ундайҙар үҙ етешһеҙлектәрен – изгелек, кәмселектәрен – дәрәжә, асыуҙарын көслөлөк тип ҡабул ҡыла башлай.