Бөгөн – Рәсәй фәне көнө. Ошо уңайҙан мосолман донъяһында ғилемдең тотҡан урыны хаҡында иҫкә алып үтәйек.
Кешелек донъяһы өсөн ҙур мөғжизә булған, ғилем-мәғрифәткә нигеҙ һалған бөйөк “Ҡөрьән Кәрим”дең беренсе аяты “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тип башлана. Ошонан күренеүенсә, ғилем Исламда иң юғары урында тора.
Ҡөрьән – оло фән. Уны һәр мосолман белергә ынтылырға тейеш. Бының өсөн тәү сиратта ғәрәп хәрефтәрен өйрәнеү зарурлығы мәғлүм. Бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ, мәсеттәрҙә махсус курстар булдырыла башланы. “Ҡөрьән Кәрим”де дөрөҫ итеп өйрәнеү өсөн тәжүит тигән фән бар. Унда һәр хәрефтең нисек уҡылғаны, әйтелгәне, башҡа ҡанун-ҡағиҙәләр бирелгән.
“Ҡөрьән Кәрим”де өйрәнеп, ғилемен башҡалар менән уртаҡлашҡан кешегә ҙур сауап насип булыр”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Изге китапты өйрәнгәндә эргәңдә мотлаҡ остаз булырға тейеш, сөнки ҡайһы бер урындарҙа яңылышыуың ихтимал.
Уҡыған аят-сүрәләрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, уларҙы тормошта ҡулланыу зарур. Шул саҡта ғына өйрәнгәндән бәрәкәт килер. Был ғилем күңелде пакландырыр, йәшәүҙең ҡәҙерен белергә өйрәтер, кешелек донъяһына ихтирамды арттырыр, иманыбыҙҙы ҡеүәтләр, балаларыбыҙға хәйерле тәрбиә бирергә юл асыр, иншаллаһ.