Һөнәрле ҡулында ҡот уйнай08.02.2019
Үҙ көстәре менән ике ҡатлы ҙур йорт һалып, уңайлы шарттарҙа алты бала тәрбиәләгән, дини ҡанундарҙы үтәп йәшәгән Ләйсән менән Данис Суфияновтар – Солтанбәк ауылының ғорурлығы.

Себерҙә эшләп, ғаиләһен етеш тормошта йәшәткән ғаилә башлығының уң­ған­лығына, булдыҡлылығына халыҡ таң ҡала. Силәгенә күрә ҡапҡасы тигәндәй, Ләйсән дә бик тырыш, аш-һыуға оҫта. Бәлеш, ҡоймаҡ­тары ла, торттары ла зерә уңа уның. Күптән түгел торттарҙы заказ буйынса ла бешерә башлаған.

Суфияновтарҙың йорто бер-бер артлы тыуған ба­лаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора. Динислам, Гүзәл, Ильяс һәм Әминә кү­мәкләп уйын менән мәшғүл, ә өлкән апайҙары әсәләре янында. Бөгөн өсәүләп торт бешерәсәк улар! Бындай саҡта үҙҙәре шундай етди, ә аш-һыу бүлмәһе серле тойола. Бәләкәйҙәргә юҡ-бар өсөн борсоп, ҡамасаулап йөрөү тыйылған.

— Аш-һыуға “бисмил­ләһ”­те әйтеп, тыныс күңел менән тотонорға кәрәк. Шунда ғына ризығың уңа, тәмле, бәрә­кәт­ле була, – ти хужабикә. – Ҡыҙҙарым Айһылыу менән Лилиә – уң ҡулым. “Һә” тигәнсе һауыт-һабаны йыуып ҡуялар, ҡамырҙы туҡып бирәләр, сәскәләр төшө­рәләр. Ке­шеләр эшемде оҡшата, әленән-әле заказдар булып тора. Берәүҙәргә — юбилейға, икенселәргә — аят ашына, өсөнсөләргә никахҡа һ.б. кәрәк. Һәр торт бер көн алдан кис беше­релә. Татлы ризыҡты өҫтәл­гә еткергәнсе байтаҡ көс түгергә, фантазияны эшкә егергә тура килә. Торт бе­шереү — сабырлыҡ һәм ваҡыт талап иткән ижади эш ул. Бәләкәстәр ҙә һәр ми­нутыбыҙҙың ҡәҙерле икәнен аңлай, бер ҙә юҡтан борсомай. Ундай мәшәҡәтле кистәр “быныһы ғаиләбеҙ өсөн” тип бешерелгән тәм­ле­кәс менән сәй эсеп тамамлана.

Ләйсән яратҡан шөғөлө буйынса ярайһы тәжрибә туплаған. Крем өсөн сифатлы ҡаймаҡтың ҡайҙа һатыл­ғанын, айырым биҙәктәрҙе эшләү өсөн ҡайһы яйлан­маның яҡшыраҡ икәнен һ.б. белә. Өй шарттарында мастика, айсинг эшләргә лә өйрәнгән.

Көндән-көн оҫтара барһа ла, даими эҙләнә Ләйсән. Клиенттың теләген үтәүҙең уңыш сере икәнен яҡшы аң­лай уңған ҡатын. Шуға ҡа­мыр­ҙың ниндәй төрө кәрәк­легенән алып аҙаҡҡа тиклем барыһы бергә кәңәшләшеп хәл ителә. Ә инде ниндәй торт кәрәклеген аныҡ ҡына әйтә алмаһалар, ҡамырҙың бер нисә төрөн бешереүе, кремдың йогуртлыһын, эрем­секлеһен, крем-чиз, крем-пломбир тигәндәрен эшләүе тураһында һөйләй. Ризыҡтың ниндәй ваҡиғаға әҙерләнгәненә ҡарап, биҙә­лешен дә тәҡдим итә. Ә бына өс килограмға еткән иң ҙур тортты ул атаһының тыуған көнөнә бешергән.

Тырышлыҡ табышҡа юл яра. Егәрле Ләйсәндең ярат­ҡан шөғөлө лә әкренләп килем килтерә башлаған.


Вернуться назад