Выжданы ҡушҡанса йәшәй08.02.2019

Рауза Минһажетдинова матур, өлгөлө тормош мәктәбен үтте.

Халҡыбыҙҙың абруйын яулаған күренекле йырсылар, мәшһүр ғалимдар, һоҡланғыс уҡытыусылар, мәҙәниәтем тип янған шағирҙар, еренә ереккән игенселәр, малсылар төйәге ул Ҡобағош ауылы. Юҡҡа данлыҡлы Ҡобағош сәсән исемен йөрөтмәй был төйәк.

Ун йылға хөкөм ителә

Тәбиғәт хозурлығынан, еренән ҡөҙрәт алып, саф һауаһын һулап, Миндәгенең һыуында ҡойоноп, тыуған йорт мәшәҡәт­тәренең һәр береһен иңендә күтәреп, йыр-моңға, тылсымлы әкиәттәргә маһир әсәһенең тормошҡа, балаларына оло һөйөүен үҙендә татып, барса ҡәҙерен белеп үҫте Рауза ауылында…

Күпме йылдар үткән, һыуҙар аҡҡан был яҡты донъяла? Сабый сағына, йәшлек йылдарына ҡайтҡан һайын, ирекһеҙҙән ғүмер йылдарын барлайһың. Рауза Хәләф ҡыҙы Мөслимова (Минһажетдинова) 1937 йылда алтынсы бала булып яҡты донъяға килә. Атаһы Хәләф Минһажетдин улы Ҡобағош ауылында тәүгеләрҙән булып үҙе мәктәп аса. Бөгөн Ҡобағош мәктәбе мөғәллимдең исемен йөрөтә. Хәләф мөғәллим һуңынан был белем усағына етәкселек итә. Хәләф Минһажетдиновтың абруйы ауылында, күрше-тирәлә ҙур булды. Уның кәңәш-төңәшенә һәр саҡ ҡолаҡ һалыр инеләр, әйткәндәрен тыңлап эшләнеләр, бер йәмәғәт эше лә унһыҙ башҡарылманы. Ҡул ҡаушырып ултырманы, һәйбәт ойоштороусы, тура һүҙле, киң ҡарашлы, бай мәғлүмәтле шәхес ине.

Әсәһе Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы сабый­ҙарын тәрбиәләү менән бер ҡатарҙан колхоздың тынғыһыҙ эштәрендә ең һыҙғанып, хәләл көсөн йәлләмәне. Ҡойоп ҡуйған әкиәтсе ине Мәүзифа инәй. Әйткәндәй, уның исем-шәрифе район энциклопедияһында ла урын алған. Ғәжәп бай рухлы ғаилә башлыҡтарының аҡыл сәхифәләре, яҡты иман нурҙары булараҡ, балаларының күңел-зиһененә ғүмерлеккә күскән.

…1937 йылдар. Йән өшөткөс, тән ҡалтыратҡыс һөмһөҙ фажиғәле йылдар. Миллионлаған бер ғәйебе булмаған ир-уҙамандың, ҡатын-ҡыҙҙың атылыуы… Шәхес культының ҡара һөрөмлө шауҡымы Ҡобағош яҡтарын да урап үтмәне. Айырыуса ғәйрәт, дәрт, илһам биреп тәрбиә, белем, йәмәғәт эштәрендә хеҙмәт иткән Хәләф Минһажетдинов нахаҡҡа ғәйеплә­неп ҡулға алына. Уҡытыусы ун йылға хөкөм ителә. Раузаға ете генә ай була был мәлдә. Мәүзифа инәй итәк тулы сабыйҙары менән яҙмыш упҡынында тороп ҡала. Хәләф Минһажетдин улы шул китеүҙән ҡайта алмай. Уның 1968 йылда ғына аҡланыуы асыҡлана, 1942 йылда Өфө төрмәһендә йөрәк сиренән үлгән. Һуңғы көнөнәсә: “Өйҙө һатып булһа ла балаларҙы уҡытырға тырыш, донъя хәл­дәрен белеп булмай, йә, ярай, хушығыҙ!” тигән васыятына Мәүзифа Мәғәфүр ҡыҙы тоғро ҡалды, түҙеп торғоһоҙ яфалар күрһә лә, ғәйебе юҡҡа ғәйбәттәр ишетһә лә, балаларҙы аяҡҡа баҫтырҙы, уҡытты, оло юлға сығарҙы. Был Хәләфенең һуңғы һүҙҙәренә оло яуап та, әсәлек намыҫы ла, үтә ғорурлығы ла ине. Үҙ балаларынан тыш, 1940–1947 йылдарҙа фронттағы ҡустыһы Ҡәйүмдең ике малайын, Салауат менән Әүсафты, үҙ тәрбиәһенә алды. Был инде Әсәнең ҡаһарманлығы ла ине.

Раузаның оло ағаһы Жәүәт Хәләф улы Минһажетдинов та атай һөнәрен һайланы. 43 йыл Ҡобағош мәктәбендә балаларға белем таратты. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Минһажетдиновтарҙың уҡытыу­сылар династияһын дауам иткән Жәүәт Хәләф улы 68 йәшендә вафат булды. Хәләф Минһажетдин улының икенсе улы Фуат Австрияның баш ҡалаһы Венаны фашист илбаҫарҙарынан азат иткәндә 1945 йылдың 13 апрелендә батырҙарса һәләк була. 2014 йылдың ноябрь айҙарында Рауза Хәләф ҡыҙы һәм Сатура Жәүәт ҡыҙы Фуат Хәләф улының ҡәберенә тыуған яҡтың изге тупрағын һәм тере сәскәләр һалды, алыҫ ерҙәрҙән туғандары Фуат ағайҙың яҡты рухын яҡтыртып, изге эш ҡылды.

Педагогик стаж – 600 йыл!

Хәләф ағайҙың ир-уҙамандарынан Марат Минһажетдинов күренекле ғалим-педагог, танылған фольклорсы, филология фәндәре кандидаты, БДУ доценты, оло йөрәкле шәхес булды. Беҙҙең уҡытыусы­быҙ булғас, яҡташыбыҙ хаҡында күп яҙҙыҡ, хәтер кисәләрен үткәреп торабыҙ, ижады буйынса китаптар нәшер иттек, иҫтәлектәр йыйынтығын сығарҙыҡ. Арҙаҡлы педагог­тың Учалы ҡалаһы Бурансы ҡасабаһының бер урамына, Ҡобағош ауылының үҙәк урамына исемен биреп мәңгеләштерҙек. Уның премияһы ла булдырылған, атаһы мәктәбендә музейы асылған. Ул фән күгендә ҡапыл балҡып, 38 йәшендә генә китһә лә, йәш быуын өсөн том-томдарҙан хасил булған халыҡ ижады ынйыларын (әкиәттәрен), ҡөҙрәтле фекерҙәрҙән торған хеҙмәттәрен ижад итергә өлгөрҙө һәм дә үҙенең ғилем ҡаҙанышы булырлыҡ “Башҡорт халҡының әкиәт эпосы” тигән докторлыҡ дис­сертацияһын да тамамлау алдында тора ине. Был инде – абруйлы ғалим дәрәжәһенә етеп барған Марат Хәләф улының ижади ҡаһарманлығы.

Хаят, Хәжәр апайҙарының белем алыуға теләктәре көслө булһа ла, артабан юғары уҡыу йортона юлланыу мөмкинлеге юҡ ине. Нисек кенә булмаһын, уларҙың игелекле тәрбиәһендә буй еткергән Хаят апайҙың – дүрт, Хәжәр апайҙың биш балаһы юғары белем алып, уҡытыусылар династияһын ишәйтте. Бөгөн Хәжәр апай ҙа, Хаят апай ҙа гүр эйәһе. Мәүзифа инәй ғаилә ҡайғыһын, хәсрәттәрен күп кисерҙе. Уның сабыр холҡо, йыйнаҡлығы, эске матурлығы, рухи бөйөклөгө, бай күңеле Хоҙай ҡушҡанса оҙон ғүмерле итте, 88 йәшенәсә илаһи Ҡобағош тауҙарына, изге Уралына, күҙен мөлдөрәмә итеп ҡарап, үҙе сығарған “Хуш, Уралым” йырын ҡабатлағандай матур йәшәне, өлгөлө, тәрбиәле әсә, өләсәй булды. Һәр бала­һына, бүләләренә, туғандарына һәм тотош ауылға әсәләренең донъяһын онотоп, күңелен биреп, йотлоғоп ижад иткән һәм һөйләгән әкиәттәре, йырҙары һеңеп ҡалды.

Йор һүҙле сәсәниәнең ауыҙ-тел ижады Марат улының “Ҡәләмемдә ҡөҙрәт бар” тигән китабына “Әсәйем әкиәттәре” исемендә, шулай уҡ 6-сы кластар өсөн “Кластан тыш уҡыу” дәреслек-хрестоматияһына индерелгән.

Рауза Хәләф ҡыҙының бөгөнгө ҙур һөйөнөсө һәм ғорурлығы – беҙҙең уҡытыусылар ғаиләһе, бөгөнгөсә әйткәндә, уҡытыусылар династияһы, тип ауыҙ тултырып әйтә алам. Ҡан-ҡәрҙәштәрҙән, килен-кейәүҙәрҙән биш тиҫтәнән ашыу уҡытыусы, тәрбиәсе тупланып киткән икән. Һәммәбеҙҙең дөйөм педагогик стажы – 600 йыл! Республикала иң күбеһе, иң ишлеһе – беҙҙең уҡытыусылар династия­һы, тип уйлайым. Беҙҙең ғаилә тарихында һәммәһе һигеҙ фән кандидаты, шуларҙың дүртеһе – медицина фәндәре кандидаты, икеһе – физика-математика фәндәре, йәнә икеһе филология фәндәре кандидаттары. Ғәжәп бит, бына кемдәр бөгөн йәштәргә өлгө!

Саңғысы, мәргәнсе, нәфис һүҙ оҫтаһы...

…Ҡобағош башланғыс, Ҡаҙаҡҡол ете йыллыҡ, Миндәк урта мәктәбендә уҡып өлгөргәнлек аттестатын ҡулына ала Рауза Минһажетдинова. Белемгә ынтылған ҡыҙыҡай Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына имтихандарҙы уңышлы тапшыра. Шаулы-гөрлө студент йылдары спорт, төрлө йәмәғәт эштәре менән күмелеп үтә тора. Рауза саңғы ярыштарында призлы урындар яулай, атыу буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй, ҡыҙыҡайҙың мәргәнлегенә һоҡланмаған кеше һирәк ине шикелле. Һәр эшкә зирәк, сабыр аҡыллы Рауза Минһажетдинова диплом алып тыуған яғына юллана.

1960 – 1993 йылдарҙа Учалы ҡала­һының 1-се урта мәктәбендә уҡытыусы һәм 22 йыл рәттән директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Бер мәктәптә 34 йыл эш дәүере – үҙе бер көсөргәнешле хеҙмәт һәм яҡты ғүмер. Әйтеүе генә еңел. Был йылдар артында күпме мәшәҡәтле, тынғыһыҙ көндәр, йоҡоһоҙ төндәр, билдәле бер системаға һалынған мәктәп тормошо, сикһеҙ йыһан киңлеге кеүек уҡыусылар күңеленә сәйәхәт, белем донъяһына юл асыу, пионер-комсомол эштәре. Йәмәғәт башлан­ғысындағы партия ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу, ата-әсәләр комитеты менән тығыҙ бәйләнеш һ.б. саралар – тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел…

Эйе, матур, өлгөлө тормош мәктәбен үтте Рауза Хәләф ҡыҙы. Изгелек орлоҡтары шытымдар биреп, уңыштар ҙа яулана килде. Намыҫлы хеҙмәте илебеҙ даирәһендә лайыҡлы баһаһын алды. Уҡытыусылар коллективында, уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында абруйы юғары булды. Ғаиләнән итәғәтле тәрбиә алған, ихтирамлы, һәр кемгә иғтибарлы педагог мәктәп исемен дә күтәрҙе, үҙе лә үҫте.

– Хеҙмәтемде оло хөрмәт менән баһаланылар. Ошо ихтирамға лайыҡ булғаныма мин 1-се мәктәбемә, коллегаларыма, директорҙарым Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншинға, Фәрит Әхмәҙи улы Мортазинға һәм, әлбиттә, уҡыусыларыма бурыслымын, – тип мөләйем йылмая Рауза Хәләф ҡыҙы. Баһаларға килгәндә, өс тиҫтәләгән төрлө дәрәжәләге Почет грамоталары, дипломдары, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә, төплө белем биреүҙә өлгәшкән хеҙмәт уңыштары өсөн 1991 йылда Рауза Хәләф ҡыҙы Мөслимоваға БАССР Юғары Советы Президиумы Указы менән “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исем бирелә. Йылдар сылбырында ғаилә тормошо, тынғыһыҙ хеҙмәт, уның ҡыуаныстары, хәстәрлектәре менән тығыҙ бәйләнгән.

Рауза Хәләф ҡыҙы менән иңгә-иң терәп, тормош юлында бер ҡатарҙан атлаған, һәр саҡ таянысы булған тормош иптәше Фәрит Барый улы хаҡында ла кәлимә һүҙ әйтеү кәрәктер. Уның хеҙмәт юлы: бәләкәй саҡтан уҡ артелдәрҙә эшләй, һуңғараҡ киномеханик һөнәренә уҡып, оҙаҡ йылдар ҡаланың “Урал” кинотеатрында эшләй. Ғүмеренең иң әүҙем йылдарында Учалы тау-металлургия техникумын тамамлап, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инженер дипломын ала. Хаҡлы ялға сыҡҡансы “Учалы һыу каналы” предприятиеһында инженер була.

Ҡобағош ҡыҙының ғүмер юлы данлы

Улар ике бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Луиза ҡыҙҙары бәләкәй саҡтан уҡ әле Марат Хәләф улы үҙенең һынамсыл ҡарашын ҡыҙыҡайға оҙаҡ ҡына төбәп торғас: “Был Луиза мәктәпте бөткәс, мин уҡыған университетта белем алырға оҡшап торасы”, – тип әйтеүе, бәлки, юрауылыр ҙа, дөрөҫкә тура килде лә ҡуйҙы”, – тип бөгөн иҫкә ала Рауза апай. Эйе, ысынлап та, Луиза университеттың физика-математика факультетына уңышлы имтихан тапшыра, студент булып китә. Әсәһе һымаҡ яҡшы уҡый, икенсе курсҡа барырға әҙерләнеп, студенттар отрядында эшләгәндә, ғүмере өҙөлөп ҡуя. Рәмилдәре, ғаилә ҡороп, Өфөлә инженер булып эшләй. Ейәндәре Артур, Радмир килһә, һөйөп туя алмайҙар.

Туғандарына, балаларына, ейәндәренә, ғөмүмән, кешеләргә оло хөрмәт, алсаҡ йөҙ, асыҡ күңел менән йәшәгән Фәрит ағай ҙа гүр эйәһе булып ҡуйҙы. Шулай кеше йәнле, ябай, ярҙамсыл һәм тыныс холоҡло ине йорт хужаһы.

Бөгөн Рауза Хәләф ҡыҙы, ауыр ҡайғылар кисерһә лә, үҙ мөхитендә ҡала. Бар теләге һәм уйы – ғалим-педагог ағаһы Марат Минһажетдиновтың тыуыуына 85 йыл айҡанлы уның китаптарына кермәгән тиҫтәләгән хеҙмәттәрен, туғандары хәтирәләрен туплап, йыйынтыҡ әҙерләү, Минһажетдинов уҡыуҙары үткәреүҙә, хәтер кисәһенә арналған ғилми-ғәмәли конференция ойоштороуҙа ярҙам итеү. Бик тә изге эш менән мәшғүл ул.

Тағы ла бер эшмәкәрлегенә ҡарата йылы һүҙҙәр кәрәклеге асыла, ул да булһа 2000 йылдар башында “Золом ҡорбандары” иҫтәлегенә обелиск ҡуйҙырҙы. Обелиск урынын һайлауҙа, был ҙур ғына монументҡа мәрмәр таш әҙерләтеүҙә, рәссамдар менән эшләүҙә, финанс мәсьәләләрен хәл итеүҙә һ.б. сараларҙы ойоштороуҙа комиссия рәйесе Л. Хәҙисов, ағзалары Р. Мөслимова, Р. Латиповаларҙың әүҙемлеге, ул мәлдәге Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты генераль директоры И. Абдрахманов, Рауза Хәләф ҡыҙының уҡыусыһы Х. Хәсәнов­тарҙың матди ярҙамдары һөҙөмтәһендә был изге обелиск ветерандар советы урынлашҡан йорт янындағы матур баҡсалы майҙансыҡта урын алды.

Рауза Хәләф ҡыҙының нәфис һүҙ оҫталығы ла әсәһенән киләлер. Үҙенең күңел тыныслығына бер шифалы дауа күреп матур итеп шиғри шәлкемдәр һөйләй ул. Ҡобағош ҡыҙының мөғәллим-мөғәллимәләр династияһы мәғарифҡа арналған ғүмер юлында дауам итә. Ул быуындан быуынға күсә килә. Ерҙә йәшәүҙең мәғәнәһе лә, бөтә йәме лә шунда бит. Ағаһы Марат Хәләф улы әйтмешләй: “Выжданың ҡушҡанса йәшәүгә ни етә!”


Вернуться назад