Кем быйыл үтә?08.02.2019
Быйыл да диспансерлаштырыу эше дауам итәсәк. 21 йәште уҙған һәр кем унда ҡатнаша ала. Эшләйме ул, эшләмәйме – быныһы мөһим түгел.

Һеҙҙең тыуған йылығыҙ диспансерлаштырыу өсөн тап килеү-килмәүен бе­леү өсөн йәшегеҙҙе өскә бүлегеҙ. Ҡал­дыҡһыҙ бүленә икән, тимәк, һеҙ быйыл мотлаҡ диспансерлаштырыу үтергә тейешһегеҙ.

Тикшеренеүҙе йәшәгән урын, эш, уҡыу йәки тәүге медик-санитар ярҙамды алған учреждениела, табиплыҡ амбу­латория­һында үтергә мөмкин. Участка табибы йәки шәфҡәт туташы уны ҡайҙа, нисек үтеү шарттары менән таныш­тырасаҡ һәм ваҡытын билдә­ләйәсәк.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һөт биҙҙәре маммог­ра­фияһы 39 йәштән 48 йәшкә тиклем өс йылға бер тапҡыр үткәрелә (50 йәштән – ике йылға бер тапҡыр).
Ир-ат 45 һәм 51 йәштә простата антигены – шеш маркерын асыҡлау буйынса тикшеренеү үтә. Эске күҙ баҫы­мын үлсәү өс йылға бер тапҡыр 60 һәм унан өлкән йәштәгеләр өсөн уҙғарыла.

Диспансерлаштырыуҙың икенсе этабында 45 – 72 йәштәгеләр һәм өлкә­не­рәк ир-ат өсөн һәм 54 – 72 йәштәге һәм унан өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙ өсөн өс хәүеф факторы асыҡланғанда УЗДС (ультрата­уыш дуплекс күҙәтеүе) тикшеренеүе тәҡ­дим ителә. 75 – 90 йәштәгеләр, эле­ге­рәк мейелә ҡан әйләнеше боҙолоуы күҙә­тел­гән осраҡта, невролог йүнәлтмә­һе буйын­са ошо уҡ медицина сараһын үтә ала.


Вернуться назад