“Миңә эш көндәренә генә ял алыу бик уңайлы булыр ине. Әммә ҡайһы берәүҙәр “бер нисә көнгә генә кем һиңә отпуск бирһен” тип күңелде һүрелтә. Ошо һорауға яуап көтәм.
Фәрзәнә.
Асҡын районы”.
Әлбиттә, эш көндәренә генә лә отпуск алырға мөмкин. Законға ярашлы, һеҙ уны бер нисә өлөшкә бүлә алаһығыҙ. Әммә бер өлөшө 14 календарь көндән кәм булмаҫҡа тейеш. Ҡалғандарын икешәр көнләп тә алырға була. Шуға күрә законлы ял көндәрегеҙҙе дүшәмбенән йомаға тиклем дә биш көнгә һорай алаһығыҙ.
Тик һеҙҙе иҫкәртергә теләйбеҙ. Бухгалтерияла йәки кадрҙар бүлегендә ялды бүлеп алыуығыҙға ҡаршы төшөүҙәре лә мөмкин. Эш шунда: Хеҙмәт кодексына ярашлы, отпускты өлөшләп алыу ике яҡтың да килешеүе нигеҙендә башҡарыла.