Хеҙмәт хаҡы нисек иҫәпләнә?08.02.2019
“Уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпләгәндә, уға ниндәй түләүҙәр индерелмәй? Ошо хаҡта аңлатһағыҙ ине.
Ә. Әхтәмов.
Салауат ҡалаһы”.

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған “Уртаса хеҙмәт хаҡын иҫәпләү тәртибе үҙен­сәлектәре тураһында” положениеның 3-сө пунктына ярашлы, уртаса хеҙмәт хаҡын сы­ғарғанда, социаль характерҙағы һәм хеҙ­мәткә түләүгә ҡағылмаған башҡа түләүҙәр иҫәпкә алынмай: юбилей һәм байрам дата­ларына бирелгән бер тапҡыр түләнгән премиялар, акциялар буйынса дивидендтар, вкладтар буйынса проценттар, страховка түләүҙәре, матди ярҙам, туҡланыу, юл йөрөү, уҡыу өсөн түләү һәм башҡалар.


Вернуться назад