Талантлы йырсының кейеме тирәләй һорауҙар күп. Берәүҙәр, ниңә ундай ялбырап торған әйберҙәр кейә икән, тип аптыраһа, икенселәр, ә миңә оҡшай, тип улар менән килешмәүен белдерә. Ысынлап та, сәхнә йондоҙон кем кейендерә һуң? Был хаҡта Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әнүәр Нурғәлиев "Интертат" электрон гәзитенә биргән әңгәмәһендә:
– Сәхнә тормошон стратегик яҡтан дөрөҫ төҙөй белергә кәрәк. Ҡайҙа, нисек, ҡасан ниндәй йыр һайларға, – ти. – Тағы ла Радикка әйләнеп ҡайтайыҡ. Ул электән солянкаларҙа йырлап йөрөнө. Тик ул сағында Башҡортостанда уны береһе лә аңламай ине. Кешеләр кейеменә аптырап ҡарай инеләр. Бына ул үҙенең продюсерын тапты! Бик талантлы, башлы Саша исемле егетте", – ти.