Ҡалалағыса булһын тип тырышалар.Дмитриевка ауылы баш ҡалабыҙ Өфөгә терәлеп тигәндәй тора, шуға күрә бында йәшәүселәрҙең торлаҡ-коммуналь тармағы хеҙмәткәрҙәренә талаптары ҡалалағыса юғары. “СтройРесурсы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы үҙ эшмәкәрлеген нәҡ ошондай юғарылыҡта башҡарырға тырыша.
Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн коллективтың бай хеҙмәт тәжрибәһе, ҡеүәтле матди-техник базаһы, иң мөһиме, әҙерлекле кадрҙары бар. Әйткәндәй, былтыр йәмғиәт бөгөнгө статуста үҙенең тиҫтә йыллыҡ юбилейын билдәләне. Тәү ҡарашҡа был әллә ни оҙаҡ ваҡыт түгел, әммә башҡарылған эштәр менән үлсәгәндә, улар хеҙмәтләндергән өс ауыл хакимиәте биләмәһенең социаль-иҡтисади үҫешендә йәмғиәттең роле бик ҙур.
“Бөгөнгө йәшәйешебеҙҙе предприятиеның эшмәкәрлегенән башҡа күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын”, – ти улар хеҙмәтләндергән ауылдарҙа йәшәүселәр. Коллектив өс ауыл хакимиәте биләмәһендәге тиҫтәгә яҡын ауыл халҡына һәм ундағы социаль-көнкүреш объекттарына торлаҡ-көнкүреш хеҙмәте күрһәтә. “СтройРесурсы” йылылыҡ энергияһы һәм эсәр һыу менән тәьмин итә, канализация селтәрен хеҙмәтләндерә.
Предприятиеның тиҫтә йыл дауамында уңышлы эшләп килеүе, финанс-иҡтисади тотороҡлолоғо, тәү сиратта, ошоноң менән аңлатылалыр, моғайын: уның әлеге статуста ойошторолоуы илдә торлаҡ-коммуналь тармаҡта реформалар башланған осорға тура килә. “СтройРесурсы” тәүге көндән үк үҙ эшмәкәрлеген яңы талаптар нигеҙендә ҡора һәм уны йылдан-йыл камиллаштыра бара. Икенсенән, предприятиеға директор итеп етәкселектә тәжрибә туплаған, ошонда ғүмер иткән һәм ҡала йәнәшәһендәге ауылдарҙың бөтә үҙенсәлектәрен тәрән белгән Хаммат Мөстәҡимовты тәғәйенләүҙәре отошло була. Хаммат Динислам улы ауыл халҡының тормош-көнкүрешен уңайлы һәм заманса итеү өсөн бөтә тырышлығын һәм көсөн йүнәлтә. Ул – республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы тармағында билдәле шәхес.
Әйтергә кәрәк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – ауыр ҙа, яуаплы ла тармаҡ. Ауыл ерендә уның үҙенсәлектәре тағы ла ҡатмарлыраҡ. Мәҫәлән, предприятие хеҙмәтләндергән Дмитриевка, Николаевка, Ҡыҙыл Яр ауыл советтары биләмәләрендә, шәхси өйҙәр менән бер рәттән, күп фатирлы йорттар ҙа байтаҡ. Дмитриевка ауылында ғына уларҙың һаны илленән артып китә, әммә эш һанда ғына түгел. Үткән быуаттың 60–70-се йылдарында совхоз эшсәндәре өсөн төҙөлгән был йорттарҙа инженерлыҡ коммуникациялары ныҡ иҫкергән. Уларҙы даими төҙөкләндереп, эш хәлендә тотоу ҙур тырышлыҡ һәм сығымдар талап итә. Йылылыҡ селтәрҙәрен ҡышҡы осорға ныҡлы әҙерләү, ремонт эштәрен заманса материалдар менән юғары сифатлы башҡарыу һөҙөмтәһендә һуңғы йылдарҙа хәүефле авария хәлдәре күҙәтелмәй. Былтыр йәй Николаевка, Нөрлө ауылдарындағы ҡаҙанлыҡтарҙа ҡоласлы ремонт эштәре башҡарылған, насос йыһаздары яңыртылған. Бөгөн һигеҙ ҡаҙанлыҡ та тотороҡло эшләй һәм ҡулланыусыларҙы йылылыҡ энергияһы менән тулыһынса тәьмин итә.
Предприятие “Заманса ҡала мөхите” программаһында әүҙем ҡатнаша. Миҫалға, был программа сиктәрендә Дмитриевка ауылында билдәләнгән күләмдә йылылыҡ, һыу һәм канализация селтәрҙәре яңыртылған.
Эсәр һыу мәсьәләһе эште ярайһы ҡатмарлаштыра. Һыуҙы 19 артезиан скважинаһынан алалар. Һыу етә, әммә айырым скважиналарҙа сифаты буйынса “ҡатыраҡ”, хатта был йәһәттән үҙгәреүсән. Предприятиела был проблеманы ла хәл иткәндәр: һыу селтәрен ҡоршау рәүешендә тоташтырғандар. Даими үткәрелеүсе лаборатория тикшереүҙәре ҡайһы скважиналарҙа һыуҙың сифатына ыңғай баһа бирә, магистралгә шуларҙың һыуын ғына ебәрәләр. Эсәр һыуҙың сифатын яҡшыртыу маҡсатында иҫкергән һыу торбаларын заманса материалдарҙан эшләнгән яңыларына алмаштыралар. Былтыр был эштәр Волково, Ягодная Поляна, Дмитриевка ауылдарында ғәмәлгә ашырылған.
Ағынты һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмаһын яңыртыу көнүҙәк проблема булып тора, әммә быға предприятиеның үҙ финанс мөмкинлектәре генә етмәйәсәк. Республика кимәлендә хәл ителер тигән ышаныс менән йәшәй дмитриевкалар.
Коллектив хеҙмәт йылын яңы уй-маҡсаттар менән башлаған. Йыл дауамында тормошҡа ашыраһы эштәрҙең планы ҡабул ителгән. Ул, ҡағиҙә булараҡ, ауыл советтары менән килешеп раҫланған. Дмитриевка ауылында – мәктәпкә, Волково ауылында балалар баҡсаһына һәм мәктәпкә тоташтырылған йылылыҡ селтәрҙәренә ремонт, Дмитриевкалағы ҡаҙанлыҡҡа үҙгәртеп ҡороу, Николаевкалағы һыу башняһына һәм магистраль һыу үткәргескә, Подымалово һәм Волковоның айырым урамдарында һыу үткәргестәргә ағымдағы ремонт, шулай уҡ Ягодная Поляна ауылында һыу һәм канализация селтәрен өлөшләтә яңыртыу һ.б. эштәр билдәләнгән. Алда торған бурыстарҙы уңышлы башҡарырға коллективтың көсө һәм һәләте етерлек. Йәнә ошоно әйтәйек, предприятие идарасы компания менән берҙәм эш итә. Үҙ-ара аңлашып эшләү икеһе өсөн дә отошло.
– Коллективта 70 кеше эшләй. Уларҙың бөтәһе лә аттестация үткән. Инженер-техник белгестәр баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарында, башлыса Өфө дәүләт нефть техник университетында белемен камиллаштыра. Эштә һәр кемдән үҙ бурысын еренә еткереп башҡарыу, теүәллек һәм яуаплылыҡ талап ителә, сөнки беҙ тормош уңайлыҡтары булдырған бер ваҡытта, халыҡтың йәшәү именлеген дә тәьмин итәбеҙ, – ти предприятиенең баш инженеры Ринат Менванов.
Булдыҡлы коллектив предприятиеның эшмәкәрлеген заманса һәм һөҙөмтәле итеү өсөн фиҙакәр хеҙмәт итә.