Баймаҡта – "Өмөт бар"07.02.2019
Күптән түгел Баймаҡ районында инвалидтар ойошмаһы ағзалары өсөн физкультура-спорт клубы асылыу йәмғиәтебеҙҙә социаль өлкәгә ҙур иғтибар бүленеүен йәнә бер ҡат раҫланы.

Был берләшмә 23 йылдан ашыу эшләй. Әле унда һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 500-ҙән ашыу кеше тупланған. Ойошма ағзалары әүҙемлеге, дәртлелеге менән айырылып тора, республикала инвалидтар араһында үткәрелгән һәр ярышта ҡатнашырға тырыша.

Былтыр бер миллион һумлыҡ Рәсәй Президенты гранты отоп, ҡаланың буш торған нәшриәт йортоноң беренсе ҡатында “Өмөт бар” исемле клуб астырыуға өлгәшкәндәр. Бинаны яңыртыуҙа, йыһазландырыуҙа бик күп кеше ихлас ҡатнашҡан. Хәҙер бында ойошма ағзалары сәләмәтлеген нығытасаҡ, дуҫтары менән осрашыу, күмәкләп аралашыу өсөн йыйыласаҡ. Киләсәктә ошонда инвалидтар араһында үтәсәк зона ярыштарын да ҡабул итергә мөмкин.

Ғөмүмән, күңелгә яңы маҡсаттар, өмөт-ышаныс өҫтәне “Өмөт бар”.


Вернуться назад