Сибай дауаханаһында табиптар, тар профилле белгестәр етмәүе – йылдар дауамында хәл ителмәй килгән төп проблемаларҙың береһе.Ошо көндәрҙә урындағы хакимиәт башлығы Рөстәм Афзалов етәкселегендә Башҡортостан дәүләт медицина университетында белем алған Сибай студенттары менән осрашыу ойошторолдо. Сарала буласаҡ 32 табип ҡатнашты.
Ике яҡ өсөн дә файҙалы осрашыуҙа ҡала етәкселеге йәш белгестәрҙе бөгөндән ҡабул итергә әҙерлеген белдерҙе. Шулай уҡ уларға бар яҡлап ярҙам итеү юлдары барланды.
– Беҙгә һеҙҙең кеүек белемле йәштәр кәрәк. Сибайҙы үҫтереү, уның халҡының һаулығын хәстәрләү, сәләмәт быуын тәрбиәләү – һеҙҙең ҡулда, шуны онотмаһығыҙ ине. Тыуған ҡалабыҙ һеҙҙе көтә, – тине Рөстәм Афзалов.