Иғтибарһыҙлыҡ сәбәпле бәлиғ булмаған ҡыҙҙы үлемгә дусар иткән Талбазы үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә тейешле яза бирелерме?Хәбәр ителеүенсә, февраль башында Ауырғазының Терәпә ауылынан 16 йәшлек ҡыҙҙың хәле насарайып, ул урындағы табип-фельдшерҙың юлламаһы буйынса Талбазы үҙәк район дауаханаһы педиатрына килә. Үҫмергә диагноз ҡуйыла, дарыуҙар яҙыла.
Әммә икенсе көндә уның хәле яҡшырмай, өйгә тағы фельдшер саҡыралар. Күрһәтмә буйынса табип ҡыҙға тейешле уколдарҙы эшләй. Ә пациенттың хәле насарайғандан-насарая. Һөҙөмтәлә ата-әсә “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Буш транспорт юҡ тигән яуап алғас, медицина учреждениеһына үҙҙәренең шәхси автомобилендә алып барырға ҡарар итәләр. Юлда ҡыҙҙың ғүмере өҙөлә.
Әле райондың хоҡуҡ һаҡлау органдары хәлде асыҡлау менән мәшғүл. Тикшереү барышы һәм һөҙөмтәләре урындағы прокуратураның айырым контроленә алынған.