“Ашығыс ярҙам” 20 минутта киләме?07.02.2019
Радий Хәбиров үткәргән “Сәләмәтлек сәғәте” тәртибендәге кәңәшмә бөгөн ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәте проблемаларына арналды.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле республикала 305 ашығыс ярҙам бригадаһы ойошторолған. Шул уҡ ваҡытта ете районда бер сменала – ни бары бер, 14 районда икешәр бригада эшләй. Хәлде яйға һалыу өсөн ярҙам хеҙмәттәре үҙәкләштерелә, “һүлпәнерәк” бүлексәләр ҡалаларҙағы йәки район үҙәктәрендәге ҡеүәтлеләргә ҡушыла.

Ашығыс ярҙамдың яҡшы эш күрһәткестәренең береһе – сирле кеше янына 20 минут эсендә барып етеү. Әлбиттә, ҡайһы бер биләмәләрҙең йыраҡлығы, юлдың насар булыуы быға өлгәшеүҙә ҡыйынлыҡ тыуҙыра.

Төбәктә диспетчерлыҡ хеҙмәте камиллаштырыла. Быйыл ярҙам бригадаларының барыһы ла техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырылған. Уларҙың эше тәүлек әйләнәһенә күҙәтелә, медицина ойошмалары өсөн берҙәм мәғлүмәт системаһы ойошторолған.





Вернуться назад