АҠШ «үлемесле грипп» булдырғанмы?07.02.2019
Грузияның Сирҙәр һәм йәмәғәт һаулығы милли үҙәге директоры Амиран Гамкрелидзе биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, H1N1 киҙеүенән Грузияла 20 кеше вафат булған. Былтыр декабрҙә ошо илдә грипп эпидемияһы иң юғары нөктәһенә еткәйне, әле уның таралыу даирәһе кәмегән.

Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцова беҙҙең илдә лә уртаса көсөргәнештәге киҙеү эпидемияһы буласағы хаҡында иҫкәрткәйне. Әле Үҙәк, Волга буйы, Төньяҡ-Көнбайыш округтарҙа киҙеү менән сирләү осраҡтары бар. Федерацияның 23 субъектында эпидемия күҙәтелә, Бүрәт, Саха (Яҡут) республикаларында иһә грипп айырыуса күп теркәлгән.

Рәсәй Оборона министрлығы үткәргән брифинг мәғлүмәттәренә ярашлы, АҠШ-тың Тбилиси ҡалаһындағы илселеге дипломатик йөк менән бергә туңдырылған кеше ҡанын да ташый. Ул АҠШ-тың йәшерен хәрби программаһы өсөн ҡулланыла. Америка дипломаттарын ошо йөктө ташыуҙа ғәйепләгән грузин инсайдерҙары был турала документтар әҙерләгән.

Грузияның баш ҡалаһына ебәрелгән АҠШ ғалимдары, дипломатик иммунитет алып, биология лабораторияһында үлемесле сирҙәрҙе һәм ауырыу йоҡтороусы бөжәктәрҙе өйрәнә.





Вернуться назад