Уй-фекерегеҙҙе белдерегеҙ07.02.2019
Милләтебеҙҙең киләсәген берәй 20 йә 50 йылдан һуң нисек күҙаллайһығыҙ? Халыҡ иҫәбе артырмы, кәмерме? Туған телебеҙҙә һөйләшеүселәр һанына бәйле хәл ниcек булыр?

Быуаттар үткәс тә башҡорт милләте булараҡ һаҡланып ҡалыу өсөн бөгөндән ҡул һыҙғанып тотонайыҡ, йәмәғәт. «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы»н бергәләп төҙөйөк. Милләтебеҙ киләсәге – беҙҙең ҡулда.

«Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы» проектын халҡыбыҙҙың оло йыйыны – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына өлгөртөү мөһим. Документтың нигеҙен тәшкил итергә тейешле төп элементтарҙы, уның маҡсаттарын, шулай уҡ төҙөлөш механизмын эксперттар менән берлектә ябай халыҡ та билдәләй ала.

Халыҡтан тәҡдимдәрҙе йыйыу, милләт киләсәген хәл итәсәк документты бергәләп төҙөү өсөн махсус сайт асылды: http://strategy.bashkort.org/ Унда Стратегия һәм уның проектын эшләү барышы тураһында мәғлүмәт ҡуйылған.

Тәҡдимдәрҙе сайтҡа халыҡ үҙе индерә. Уй-фекерҙәрҙе шулай уҡ Ҡоролтайҙың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге рәсми битендә (https://vk.com/ik_vkb) ҡалдырырға мөмкин.




Вернуться назад