Ауылдың ҡото, яҡты киләсәге ниҙә? Һис һүҙһеҙ, халыҡтың сәләмәтлегендә.Ошо хәҡиҡәткә ныҡлы инанған Балаҡатай етәкселеге тарафынан районда сәләмәтлек марафонына старт бирелде. Сара күптән түгел Яныбай ауылында тантаналы асылды. Унда район хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин, урындағы биләмә етәксеһе Раил Шакиров ҡатнашты.
Марафонға ярашлы, район ауылдарында йыл дауамында халыҡты сәләмәт йәшәүгә, физкультура һәм спортҡа йәлеп итеү йәһәтенән төрлө саралар уҙғарыласаҡ. Ойоштороу комитеты ағзалары урындарҙағы халыҡ менән әңгәмәләр, скандинав йөрөшө буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә, аңлатыу эше алып барырға маҡсат ҡуйған.
Йыл аҙағында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән ауыл биләмәләре иғлан ителәсәк, проектта әүҙем ҡатнашыусылар бүләкләнәсәк.