Алтынбикә нәсихәте07.02.2019
Сәсәниә Алтынбикә (Фәүзиә Ҡотлогилдина) башҡорт һәм рус телдәрендә “Араҡы – ағыу” тигән нәсихәт яҙған. Ул уны тыуған ауылы – Ғафури районындағы Ватанда эскелеккә ҡаршы көрәшкә арналған йыйылышта уҡып ишеттерҙе.

– Мин – ауыл старостаһы. Күптән түгел республикала эскелектең таралыу мәсьәләһенә арналған ҡор йыйҙыҡ. Республикабыҙ етәкселегенә ошо проблемаға иғтибарын йүнәлткән өсөн рәхмәт. Әле беҙҙә иҫерткес эсемлектәр һатыусылар күренмәй, ҡурҡҡандарҙыр, моғайын, – тине Алтынбикә. Ул ошо темаға арналған сараларҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе.


Фәүзиә Ҡотлогилдина – пенсионер, Ғафури районындағы сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, бер нисә китап авторы. Социаль селтәрҙән әүҙем файҙалана, милли бәйгеләр ойоштороуға тос өлөш индерә.


Вернуться назад