Ошо көндәрҙә видеоконференция тәртибендә бәләкәй ҡалаларҙа йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре ойоштороу мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрелде. Сара Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Орешкин рәйеслегендә, ил төбәктәре вәкилдәре ҡатнашлығында уҙғарылды.
Республикабыҙҙа алты монопрофилле берәмек бар. Улар – Нефтекама, Белорет, Учалы, Благовещен, Бәләбәй, Күмертау. Һуңғы ике ҡалала йылдам социаль иҡтисади үҫеш биләмәһе ойошторолған. Уларҙа 17 резидент теркәлгән. 1 ғинуарға был биләмәләрҙә меңдән ашыу эш урыны булдырылған, 1,8 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп ителгән.
Белорет, Нефтекама һәм Благовещенда ла ошондай биләмәләр ойоштороуға ғаризалар Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан хупланған. Ведомство шулай уҡ йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын алыу мөмкинлеген күҙаллаған закон проектын әҙерләй.
Министр әйтеүенсә, төбәктәр билдәләгән планды үтәмәгән осраҡта, был статустың алыныуы ихтимал. Ведомство етәксеһе, 22 моноҡалала ошондай биләмә төҙөлгәс, төбәктәрҙән ғаризалар ҡабул итеү туҡтатыла, тип билдәләне.