Эшем күп тип зарланма, ул булғанға һөйөн07.02.2019
Ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, Рәсәйҙә дүрт көнлөк эш аҙнаһына күсеү мөмкинлеге бар. Бындай яңылыҡты робот техникаһының һәм һанлы иҡтисадтың үҫеше менән бәйләйҙәр, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт хаҡын әлеге кимәлдә һаҡлап ҡалыу күҙ уңында тотола.

Рәсәйҙең Бойондороҡһоҙ профсоюздар рәйесе Михаил Шмаковтың фекеренсә, беренсе сиратта хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу зарур. Сит ил компаниялары үткәргән тикшеренеүҙәр иһә дүрт көнлөк эш аҙнаһы кешене бәхетлерәк, уның хеҙмәтен һөҙөмтәлерәк итә, тигән һығымта яһаған.




Вернуться назад