Республика Хөкүмәте бала баҡсаға йөрөгән өсөн ата-әсә түләргә тейешле иң юғары хаҡты билдәләне.
Документҡа ярашлы, Өфө ҡалаһында һәм районында был күрһәткес айына 2 839 һәм 2 627 һум тәшкил итә. Стәрлетамаҡта һәм Дәүләкән районында иһә – 2 550 һәм 2 503, Салауатта 2 366 һум түләргә тура киләсәк.
Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында, Иглин, Ҡалтасы, Бәләбәй һәм Учалы райондарында баланың баҡсаға йөрөүе ата-әсәгә иң күбе 2200 һумға төшә.
Әйткәндәй, Йылайыр һәм Ауырғазы райондарында был күрһәткес иң түбәне – айына 1148 һәм 1185 һум.