
Ғафури районының Юлыҡ ауылы ир-егеттәре хәмергә ҡаршы йыйын үткәрҙе.
Һуңынан әүҙем егеттәр спиртлы эсемлектәр һатҡан кешеләрҙең өйҙәренә йөрөп, йыйын ҡарарын аңлатты һәм башҡаса "үлем" менән кәсеп итмәүҙәрен талап итте. "Әгәр ошонан һуң да насар ҡылыҡтарын ташламайҙар икән, штраф һалынасаҡ, унан да туҡтамаһалар, исем-шәрифтәрен интернет селтәренә һалырға мәжбүр булабыҙ, сөнки туғандарыбыҙҙы, ауылдаштарыбыҙҙы, халҡыбыҙҙы ағыулаусыларҙың исемен халыҡ белергә тейеш", – тине егеттәр.