“Башҡортостан Республикаһы Башлығына хат”, “Әгәр ҙә мин ауыл хакимиәте башлығы булһам...” тигән темаларға ойошторолған конкурста ҡатнашырға теләгегеҙ бармы?
Әлшәй районының территориаль һайлау комиссияһы уҡыусылар араһында тап ошо темаларға һүрәттәр һәм иншалар буйынса конкурс ойоштора.
Жанрҙар төрлө — эссе, хикәйә, репортаж, һүрәтләмә, интервью. Ижади конкурс районда өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Быйыл да “башлыҡ” булырға теләүселәр күбәйер, ижади һәләттәре, фантазиялары менән һоҡландырған балалар тағы ла артыр тип көтөлә.