Кавказдан булғас, бай тип уйлағандыр07.02.2019
Өфөлә элекке полиция хеҙмәткәрен хөкөм итәләр, ул ике статья – ришүәт талап итеү һәм алыу, вазифа бурыстарын яуыз ниәттә файҙаланыу – буйынса ғәйепләнә.

Ҡала прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, ул былтыр июндә төҙөлөштә прораб булып эшләгән Азербайжан кешеһенең Рәсәйҙә йәшәү ваҡыты сығыуын белеп ҡала һәм, кабинетына саҡыртып, 50 мең һум аҡса талап итә. Юғиһә, уны Рәсәйҙән ҡыуып сығартасаҡ икән. Азербайжан был турала Эске эштәр министрлығына хәбәр итә. Күрһәтелгән сумманы тапшырыу мәлендә полицейский тотола. Бер аҙҙан уны эске эштәр органдарынан да ҡыуалар.



Вернуться назад