89 йәшлек әбейем хәл белергә килде...07.02.2019
Төшкөһөн аш бүлмәһендә ҡыҫтыбый бешереп йөрөй инем, яй ғына баҫып Гәүһәр әбейем килеп керҙе. Ғәҙәттәгесә, ҡысҡырыбыраҡ иҫәнләште.Һауғынабыҙ, маҡтап йөрөйһең, тип ҡаршы алдым.

Әбейем менән сәй эсеп алдыҡ. Уға төрлө һорауҙар бирә бирәм,һәр береһенә аныҡ ҡына итеп яуап бирә. Уйлайым, вәт кешелә хәтер, беҙ ҡайһы саҡта кисә нимә булғанын иҫкә төшөрә алмайбыҙ.

Ә Гәүһәр әбейемә яңы ғына, ғинуарҙа 89 йәш тулды. Ул әле лә шап-шаҡтай куренә, үҙен үҙе ҡарай, магазинға көн дә тейерлек үҙе килә, ашарына үҙе бешерә, беҙҙең хәлде лә белергә инә. Ә ул бит бер быуатлыҡ кеше тиерлек, нимә генә курмәгән дә, нимә генә кисермәгән.

...Гәүһәр Хәләф ҡыҙы Хәсәнова 1930 йылда Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуған. Ғаиләлә алты бала булған, атаһы үлгәндә дүрт кенә йәш булған уға. Әсәһе лә шул уҡ йылда мәрхум булған, унан имсәк балаһы Гөлзиә ҡалған, ул да оҙаҡ тормай баҡыйлыҡҡа кускән.

Әсәһе Шәмсехаят Илсеғол ауылы ҡыҙы булған. Ул ваҡытта улар һатып алған матур, ҙур, бейек яңы өйҙә йәшәгәндәр. Ситәндән үрелгән келәттә ашарға әҙерләй торғайныҡ, шунан сирәмгә балаҫ йәйеп, бергәләп сәй эсә торғайныҡ, тип хәтерләй. 1936 йылда уҡырға барҙым, үҙем ныҡышып, миңә тик дәфтәр генә эләгә торғайны, ә китап юҡ ине, ти.

1944 – 1947 йылдарҙа Дәүләкәндә педагогия училищеһында уҡыған. Ул ҡәһәрле һуғыш йылдары бик ауыр булған, аслыҡ, яланғаслыҡ, аяҡҡа йүкәнән үрелгән сабата кейгәндәр. Көнөнә 200-500 грамм һолонан йәки арыштан бешкән икмәк һәм берәр аш ҡашығы кишер бутҡаһы биргәндәр. Уҡыуҙан ҡайтғас, урыҫ кешеләренең баҡсаларынан серегән бәрәңге йыйып алып бешереп ашағандар.

9 Май – Еңеү көнө ныҡ иҫтә ҡалды, ти, Бөтәһе шатлана, бөтә ерҙә музыка янғырай, халыҡ бейей... Һуғыш бөтһә лә, ил тиҙ генә аяҡҡа баҫмаған, 1949 йылдарҙа ғына тормош яйлана башлай.

Уҡып бөткәс, әбейемде Нуриман районына эшкә ебәрәләр, тик ул яҡтарҙы үҙһенмәй. Дала ҡыҙы кире үҙ яғына ҡайтып китә. Балалар йортонда бер ай эшләй, шунан Миәкә районының Боғҙан,Бикҡол ауылдарында уҡыта. 1952 йылда Илсеғол мәктәбенә менән эшкә бара.

37 йыл уҡытыусы һөнәренә тоғро була. Әбейемдең миҙалдары ла күп, һанағаным юҡ, ти. Ошо 89 йәшенә тиклем бер тапҡыр ҙа кейәүгә сыҡмаған, үҙенең ғумерен балалар уҡытыуға бағышлаған. Әбейемдән шаяртып ҡына булғандыр әле һөйгән йәрең тип һораштырам. Һуғыштан ҡайтҡан егеттәр булһа ла, беҙгә тәтемәне, ҙурыраҡ апайҙарға, йә фронтта үлеп ҡалған ағаларының ҡатындарына өйләнәләр ине, балаларҙы етем ҡалдырмаҫ өсөн, ти ул.

Гәүһәр әбейемә һаулыҡ, күңел тыныслығы, Хоҙай биргән ғүмерҙе шатлыҡ-ҡыуаныстар менән йәшәргә яҙһын тип теләйем.


Вернуться назад